12-13 майҙа Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының икенсе съезын үтте. Беренсе йыйында телде өйрәнеүҙе йәнләндереү, уны балаларға ла, өлкәндәргә лә ҡыҙыҡлыраҡ итеү хаҡында фекер алышып, төрлө ҡарараҙар ҡабул ителгән ине. Бөгөнгө көндә I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезында күтәрелгән мәсьәләләр хәл ителеп килә, алға ҡуйылған пландар тормошҡа ашырыла. Был инде, республикабыҙҙа туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса һөҙөмтәле эш алып барылыуы хаҡында һөйләй.
Икенсе тапҡыр ойошторолған сарала 650, шул иҫәптән беҙҙең райондан да делегаттар ҡатнашты. Республиканың бөтә-район ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән йыйылған педагогтар менән бергә башҡорт телен һаҡлау, телде һанлаштырылған ҡушымталар аша өйрәтеү, балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү һорауҙары буйынса фекер алышыуҙар, эшлекле һөйләшеүҙәр ойошторолдо.
Киләсәктә съезда ҡаралған мәсьәләләр тормошҡа ашырылыр һәм тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттарға ирешә алырбыҙ. Алға ҡуйылған пландар, күтәрелгән мәсьәләләр киләсәктә ыңғай хәл ителер,тип уйлайбыҙ.
Илеш районы делегаттары исеменән барлыҡ ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Сараның һәр этабы уйланылған, юғары кимәлдә ойошторолоуо съездың һәр кем өсөн файҙалы һәм бай йөкмәткеле булыуына булышлыҡ итте. Файҙалы, сағыу, фәһемле,мәртәбәле сара һәр кемдең күңелендә бай тәьҫораттар ҡалдырҙы.
#съездучителейбашкирскогоязыка2025
#башҡорт телеуҡытыусыларыныңсъезы2025